11 декабрь, Йәкшәмбе

27 ғинуар 2015 йыл, 14:39

Прокуратура Өфө магазиндарындағы хаҡтарҙы тикшерҙе

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Республика прокуратураһы Өфө, Өфө районы магазиндарындағы иң кәрәкле туҡланыу продукттары, балалар өсөн аҙыҡ-түлектең хаҡтарын тикшерҙе һәм 50-нән ашыу етешһеҙлек асыҡланы. Тикшереү монополияға ҡаршы хеҙмәт, Роспотребнадзор һәм Сауҙа буйынса дәүләт комитеты белгестәре ҡатнашлығында 40 сауҙа объекттарында уҙҙы.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, берәмләп һатыусылар өҫтәгән хаҡ 20-нән алып 25 процентҡа тиклем тәшкил итте һәм нормаға ярашлы тип табылды — 30 проценттан юғары түгел.

«ОКей», «Ярмарка», «Альдо» сауҙа селтәрҙәрендә балалар өсөн аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың 100 проценттан юғарыраҡҡа күтәрелеүе асыҡланды.

Шулай уҡ ҡулланыусыларҙы алдауҙың айырым осраҡтары ла теркәлде: кассала түләтелгән продукттың хаҡы хаҡтар күрһәткесенән юғарыраҡ булып сыҡты.

Йомортҡаларға хаҡты нигеҙһеҙ арттырыу осраҡтары ла билдәләнде, ошо етешһеҙлектәр хаҡында материалдар Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығына ебәрелде.

Бөтәһе хаҡ ҡуйыу буйынса ҡануниәт боҙоуҙың 50-нән ашыу осрағы теркәлде.

Тикшереүҙәр дауам итәсәк, улар Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы ҡушыуы буйынса бөтә илдә уҙғарыла, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһында. Сауҙа тураһында закон буйынса социаль әһәмиәтле тауарҙар 30 көн эсендә 30 проценттан ашыуыраҡҡа артһа, төбәк хөкүмәте уларға дәүләт көйләүен индерә ала. Хаҡтарҙың артыуына сикләүҙәр 90 көнгә тиклем индерелә.