8 декабрь, Кесе йома

27 ғинуар 2015 йыл, 12:27

Константин Толкачев «2014 йылда Башҡортостан Республикаһында закондар сығарыу торошо тураһында» тигән доклад менән сығыш яһай

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламентының яҙғы сессиялағы пленар ултырышын «2014 йылда Башҡортостан Республикаһында закондар сығарыу торошо тураһында» тигән доклад менән асты. Депутаттар бөтәһе 35-тән ашыу һорау ҡараясаҡ.

18 һорау республика закондары проекттарына бәйле. Аҙаҡҡы уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлау тураһында»ғы, «Башҡортостан Республикаһында транспорт сараларын махсус ҡуналҡаға күсереү, уларҙы һаҡлау, ошоноң өсөн сығымды ҡаплау, шулай уҡ транспорт сараларын кире ҡайтарыу тәртибе тураһында»ғы, «Мәҙәниәт тураһында»ғы төбәк закондарына үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан инициативалар ҡараласаҡ.

Туғыҙ закон проекты закон сығарыусылар иғтибарына тәүге тапҡыр тәҡдим ителәсәк. Улар араһында «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында шәхси медицина эшмәкәрлеге тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекттары бар.

Көн тәртибенә «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығы тураһында» парламент тыңлауҙарын үткәреү тураһында мәсьәлә индерелгән.