8 декабрь, Кесе йома

27 ғинуар 2015 йыл, 9:13

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһында ҡатнашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 26 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы республика буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһы ултырышында ҡатнашты.

Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеген камиллаштырыу бурыстары хаҡында һөйләгәндә Рөстәм Хәмитов тәү сиратта иҡтисади енәйәтселекте бөтөрөү һәм иҡтисади, социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән бюджет ресурстарын һаҡлау буйынса эште атаны.

Дөйөм алғанда, былтыр дәүләт структураларындағы коррупция енәйәтселеген асыу 20 процентҡа артҡан. Ришүәт биреүҙең теркәлгән факттары һаны 11 процентҡа күтәрелгән. «Һандарҙың артыуы хоҡуҡ һаҡлау системаһының ошо йүнәлештә яҡшы эшләүе тураһында һөйләй», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Башҡортостан Башлығы йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең мөһимлеген әйтеп үтте, «Хәүефһеҙ төбәк» комплексының мөмкинлектәрен киңерәк файҙаланырға, йәмәғәт урындарында видеокүҙәтеү системаһын үҫтерергә тәҡдим итте. «2015 йыл — Бөйөк Еңеүгә 70 йыл, ШОС һәм БРИКС, «Рәсәй — Ҡаҙағстан йылы». Республика меңдәрсә ҡунаҡты ҡабул итәсәк, Өфөләге яңылыҡтар донъя киң мәғлүмәт сараларының иғтибарында буласаҡ. Беҙҙең бурысыбыҙ — хоҡуҡ тәртибен һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, экстремизм, терроризм күренештәренә, тәртипһеҙлеккә юл ҡуймау. Бының өсөн һеҙҙең тәжрибәгеҙ етерлек», — тине ул.

2014 йылда республика эске эштәр органдарының матди-техник базаһын нығытыуға 330 миллион һум аҡса бүлде: был яғыулыҡ-майлау материалдары һәм яңы автомобилдәр. Ҡала һәм райондарҙағы полиция бүлектәре биналарын реконструкциялауға һәм төҙөүгә 309 миллион һум бүленде. Ошо проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу дауам итәсәк, тине Рөстәм Хәмитов.