10 декабрь, Шәмбе

27 ғинуар 2015 йыл, 8:43

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында Әҙәбиәт йылының слоганы раҫланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында республикала иғлан ителгән Әҙәбиәт йылының слоганы раҫланды — «Яҡтыраҡ биттәр күберәк».

Алдараҡ Әҙәбиәт йылының эмблемаһы раҫланғайны. «Рампа. Башҡортостан мәҙәниәте» журналының баш мөхәррире Игорь Тонконогий еңеүсе булды.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, 28 ғинуарҙа «Башҡортостан Республикаһында Әҙәбиәт йылын үткәреү тураһында» Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышы уҙа. Ултырышта Әҙәбиәт йылына арналған саралар планы, уны үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составы раҫланасаҡ.

Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһының тулы программаһы БР Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында бирелгән.

темалар: әҙәбиәт йылы