Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан муниципалитеттары туристик интернет-порталында иҫтәлекле урындары хаҡында мәғлүмәт ҡалдыра ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты республиканың туристик порталы өсөн мәғлүмәттәр туплай башлай. Порталда муниципаль берәмектәрҙең туристик хеҙмәттәре тураһында махсус бүлек булдырыласаҡ, тип хәбәр ителә ведомство сайтында.

Дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сайтта махсус бүлек асыу муниципалитеттарҙағы туристик маршруттарҙың һәм объекттарҙың билдәлелеген күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.

Туризмды үҫтереү урындағы бюджетты тулыландырыу сығанаҡтарының береһе булыуы ихтимал.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть