Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Төркиә илсеһе Өмөт Ярдым менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

26 ғинуарҙа Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Төркиә Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Өмөт Ярдым менән осрашты. Илсе Башҡортостан Башлығына Анкара губернаторының рәсми саҡырыуын тапшырҙы.

«Беҙгә билдәле булыуынса, һуңғы 10-15 йылда Төркиәгә республика етәксеһе кимәлендә сәфәр ойошторолғаны юҡ. Һеҙҙе үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта Төркиәлә көтөп ҡалабыҙ. Был осрашыу мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәк. Кәрәк тип иҫәпләһәгеҙ, делегация составына республиканың сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәрен, эшҡыуарҙарҙы индерергә мөмкин. Теләгегеҙ булһа, Төркиәнең башҡа ҡалаларына ла сәфәр ойошторасаҡбыҙ», — тине ул.

Өмөт Ярдым Рөстәм Хәмитовты Мәскәүҙәге Төркиә вәкиллегенә Башҡортостандың презентацияһын үткәрергә саҡырҙы. Төркиәнең Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе ШОС саммитына һәм уға әҙерлек эштәрен уҙғарыуға ҡағылышлы һорауҙарҙы ла ҡарарға тәҡдим итте.

Рөстәм Хәмитов бизнес өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте нығытыу идеяһын ыңғай баһаланы. «Былтыр Башҡортостан менән Төркиә араһындағы тауар әйләнеше 300 миллион доллар тәшкил итте. Берлектәге предприятиелар һәм проекттар эшләй. Төркиә төҙөүселәре «Әсә һәм бала» клиникаһын сафҡа индерҙе, улар ШОС һәм БРИКС саммиттары айҡанлы төҙөлөүсе объекттарҙа эшләй. Төҙөлөш, нефть химияһы, машиналар төҙөү, ауыл хужалығы, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ тармаҡтарында үҙ-ара табышлы хеҙмәттәшлек бойомға ашырыла. Гуманитар хеҙмәттәшлек һәр саҡ юғары кимәлдә булды. Төркиә менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, бындай аралашыу дауам итәсәк. Йәштәребеҙ һеҙҙең университеттарҙа уҡый, ә һеҙҙең студенттар беҙҙә белем ала. Был яйға һалынған «ағымдар». Әгәр улар арта икән, был бик һәйбәт», — тине Рөстәм Хәмитов.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть