Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың 65 йәшенә ҡарата китап донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Белая река» нәшриәтендә «Марсель Сәлимов. Журналист, шағир, яҙыусы-сатирик, йәмәғәт эшмәкәре» тигән китап баҫылып сыҡты. Баҫма яҙыусының 65 йәшенә һәм Әҙәбиәт йылына арнала.

Унда яҙыусы тормошоноң һәм ижадының төп ваҡиғалары һүрәтләнә, шулай уҡ баҫмаға Марсель Сәлимовтың төрлө йылдарҙа донъя күргән китаптарының исемлеге, уның хаҡында әҙәбиәт ингән. Китапты БР йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивы документтары һәм яҙыусының шәхси архивы нигеҙендә филология фәндәре кандидаты Лира Сәлимова төҙөгән.

Баҫмала Рәсәй Журналистар союзы, Рәсәй Яҙыусылар союзы, Халыҡ-ара яҙыусылар берләшмәләренең башҡарма комитеты һәм Габрово (Болгария) Юмор һәм сатира йортонан килгән телеграммалар, «Мар.Сәлим шулай тип әйткән» рубрикаһы, Рәсәй әҙәбиәте һәм журналистикаһы аҡһаҡалдарының яҙыусы хаҡында әйткән фекерҙәре урын алған.

Китап 500 дана тираж менән баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть