Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

2015 йылда Өфөнән Волга буйының ете ҡалаһына осош бюджеттан субсидияланасаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Өфөнән Ырымбурға, Пермгә, Һамарға, Ижевскиға, Ульяновскиға һәм Чебоксарға осош бюджеттан субсидияланасаҡ. Был йүнәлештәр РФ Хөкүмәтенең 2013 йылдың 17 декабрендәге бойороғон ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә 2015 йылда субсидияланасаҡ маршруттар исемлегенә инде.

Былтыр программала Киров, Пермь, Ырмбур, Ульяновск, Чебоксар һәм Йошкар-Ола ҡалалары бар ине.

2015 йылда Волга буйы федераль округы буйынса субсидияланыусы маршруттар исемлегенә 29 йүнәлеш индерелгән. 2015 йылда ошо маҡсатта 620 миллион һум йүнәлтеләсәк, тип хәбәр итте Росавиация етәксеһе советнигы Сергей Извольский.

Ижевск, Һамар, Пермь, Ырымбур йүнәлешендәге рейстарҙы «Ырымбур аэропорты» авиакомпанияһы башҡарасаҡ, ә Кировҡа, Ульяновскиға, Чебоксарға — «Авиа Менеджмент Груп» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте. Билет хаҡы — йүнәлешкә ҡарап 2300 һумдан алып.

Волга буйы федераль округында субсидиялау программаһы буйынса пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу пилот проекты 2013 йылдың 1 апреленән башланды. Программа шарттарына ярашлы, пассажир билет хаҡының 50 процентын ғына түләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть