Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Өфөнөң йыйылма командаһы» Премьер-лигаға сыҡты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

«Өфөнөң йыйылма командаһы» ошо йылдың март айында Александр Масляковтың Премьер-лигаһында сығыш яһаясаҡ.

Команда Сочиҙа үткән XXVI «КиВиН-2015» фестивале йомғаҡтары буйынса рәсми саҡырыу алды. Унда Рәсәйҙән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән бер нисә йөҙ команда ҡатнашты.

«Өфөнөң йыйылма командаһы»на өс йыл. Етәксеһе Тимур Шәйхетдинов һүҙҙәренсә, 26 йыл эсендә беренсе тапҡыр федераль телеканалда Башҡортостандан КВН командаһы сығыш яһаясаҡ.

— Командала 15 кеше. Сәхнәлә сығыш яһаусы ете кешенән тыш, администратор, тауыш режиссеры, костюмер. Шаяндар һәм тапҡырҙар иҫәбендә Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары, Башҡорт дәүләт педагогия университеты аспиранттары, кисәге студенттар ҙа бар, — тип һөйләне Тимур Шәйхетдинов.

21 февралдә Өфөлә КВН фестивале ойошторола. Унда бөтә республиканан шаяндар һәм тапҡырҙар йыйыла, ә 1 марттан 4-нә тиклем «Өфөнөң йыйылма командаһы» Мәскәүҙә Премьер-лигала сығыш яһай.

Сочиҙа сығыш яһаған «Әҙәбиәтселәр клубы» командаһы ла яҡшы һөҙөмтә күрһәтте — ул Беренсе лигаға үтте.

Теги: квн,сочи
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть