5 декабрь, Дүшәмбе

26 ғинуар 2015 йыл, 16:13

Википедия версияһы буйынса, Башҡортостандың биш юғары уҡыу йорто — Рәсәйҙең 300 иң яҡшы вуздары исемлегендә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. «Викияңылыҡтар» ирекле мәғлүмәт порталы Рәсәй юғары уҡыу йорттарының популярлыҡ буйынса рейтингын баҫтырып сығарҙы. Рус Википедияһы версияһы буйынса, вуздың абруйлылығы виртуаль энциклопедиялағы уҡыу йорто хаҡындағы мәҡәләне көнөнә нисә тапҡыр ҡарау буйынса баһалана. Исемлеккә илдең 300 юғары уҡыу йорто индерелгән.

Билдәле булыуынса, ил вуздарының милли рейтингын төҙөгәндә баһалауҙың төрлө критерийҙары файҙаланыла. Шул иҫәптән бер нисә тапҡыр Википедиялағы юғары уҡыу йорттары хаҡында мәҡәләләрҙе ҡарауҙың объектив күрһәткесен дә иҫәпкә алырға тәҡдим ителде. Ошо күрһәткестең күп факторҙарға бәйле булыуына ҡарамаҫтан, ғалимдар уны милли рейтингты төҙөү өсөн мөһим критерийҙарҙың береһе сифатында ҡулланыу мөмкинлеген билдәләй. Emaus ҡатнашыусылары тарафынан төҙөлгән Википедия версияһы буйынса, рейтинг ғалимдарҙың күҙаллауын дәлилләй. Рус Википедияһындағы Рәсәй вуздарының популярлыҡ буйынса рейтингындағы тәүге өс урын халыҡ-ара рейтинг менән тап килә. Беренсе урында — Мәскәү дәүләт университеты (көнөнә 1128 ҡарау), артабан Санкт-Петербург дәүләт университеты (652) һәм Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты (431).

Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев хәбәр итеүенсә, Рус Википедияһы версияһы буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы вуздары исемлегендә Башҡортостандың биш юғары уҡыу йорто ла бар. Өфө дәүләт нефть техник университеты рейтингта 72 урынды биләй. Артабан Өфө дәүләт авиация техник университеты (97 урын), Башҡорт дәүләт университеты (211), Башҡорт дәүләт медицина университеты (233), М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (243) килә.