Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Декабрь айында Өфөлә торлаҡ хаҡы 1,4 процентҡа ҡиммәтләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Өфөлә декабрь айында торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса хаҡы 63,8 мең һум тәшкил итте, был ноябргә ҡарата 1,4 процентҡа күберәк. Санкт-Петербургта (плюс 1,8 процент), Һамарҙа һәм Рязандә (плюс 1,5 процент) хаҡтар Өфөгә ҡарағанда тиҙерәк артты. Хаҡтар мониторингына 22 ҙур ҡала һәм Мәскәү өлкәһе инде.

Тикшерелгән территориялар буйынса торлаҡҡа иң юғары хаҡтар Мәскәүҙә (квадрат метры 194,2 мең һум), Санкт-Петербургта (100,3), Мәскәү өлкәһендә(79,3), Екатеринбургта (70,3) һәм Түбәнге Новгородта (68,8).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть