3 декабрь, Шәмбе

26 ғинуар 2015 йыл, 14:27

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының яңы рубрикаһы Көнсығыштың бөйөк ҡатын-ҡыҙҙарына арналған

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ғинуар һанына күҙәтеү тәҡдим итәбеҙ.

Журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның «Елкән итеп маҡсаттарҙы...» мәҡәләһе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары, эш төркөмө етәксеһе Руфина Шаһапова хаҡында булыр.  

Журналист Альмира Кирәева Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында уҙған «Ағинәйҙәр ҡоро» республика конференцияһы тураһында яҙа. Уның «Бәндәбикә рухын һаҡлай ағинәйҙәр» мәҡәләһе Башҡортостандың 17 районынан килгән абруйлы делегат ҡатын-ҡыҙҙарға арнала.

Былтыр «Башҡортостан ҡыҙы» журналын почта аша яҙҙырып уҡыусыларҙың отошта ҡатнашырға ебәрелгән квитанциялары араһынан лототрон ярҙамында төп бүләк – телевизор Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Маяҡлы ауылынан Маһира Хәмиҙуллинаның өлөшөнә төштө. Гөлназ Ҡотоеваның Силәбе өлкәһендәге сәфәре хаҡында «Юлдар саҡыра» рубрикаһы аҫтында «Өҙөлмәһен туғанлыҡ ептәре!» тигән мәҡәләһендә уҡый алаһығыҙ.  

2015 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналы «Көнсығыштың бөйөк ҡатындары» тигән яңы рубрика асты. Унда авторҙар журнал уҡыусыларҙы төрки донъяһының аҫыл ҡатындары менән таныштырасаҡ. Рубрика XIX быуатта ҡырғыҙ халҡын бер тупҡа туплап, оҙаҡ йылдар Фирғәнә, Ош яҡтарында хакимлыҡ иткән, ҡытай һәм рус баҫҡынсыларына ҡаршы торған яугир рухлы ҡатын Курманжандың тормош юлына байҡау менән башлана.

Әҙәбиәт һөйөүселәр Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Факиһа Туғыҙбаеваның шиғырҙары, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың «Сталинград инәй» хикәйәһен уҡып танһығын ҡандырыр. Шулай уҡ «Ҡыҙҙар моңо» рубрикаһы аҫтында Гөлдәриә Йосопова менән Айгөл Ишемғужинаның шиғырҙары донъя күрҙе.

«Яҙмыштарҙан көслөрәк» рубрикаһы аҫтында Альбина Ғөбәйҙуллинаның «Йөрәгемдә йондоҙ булып яралдың һин, балам» мәҡәләһе тормош һынауҙарына бирешмәй, бәхетле була белгән йәш ғаилә хаҡында.  

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы йыл башынан бер юлы өс бәйге иғлан итә. Тәүгеһе Әҙәбиәт йылы уңайынан әсәйҙәргә булған мөхәббәт хистәре һәм әсәлек темаһына арналған «Әсә йөрәге» тип аталған шиғри бәйге булһа, икенсеһе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арнала, өсөнсөһө иһә оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡорамасылар бәйгеһе булыр. Конкурстарҙың шарттары хаҡында журналдың ғинуар һанында таныша алаһығыҙ, тип хәбәр итте журнал хеҙмәткәре Гөлшат Ҡунафина.