8 декабрь, Кесе йома

26 ғинуар 2015 йыл, 9:35

Башҡортостанда Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы ойошторолдо

фото: Иван Тарасов

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө районы Булгаков ауылында Башҡортостандың Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы төбәк йәмәғәт ойошмаһының республика конференцияһы үтте. Республикала йәшәүсе сыуаштарҙы берҙәм милли-мәҙәни автономияға берләштереү кәрәклеге хаҡында ҡарар былтыр Башҡортостан сыуаштарының Өсөнсө съезында ҡабул ителгәйне.

Конференция делегаттары автономияның етәксе һәм күҙәтеүсе органдарын һайланы. Башҡортостандың Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы рәйесе итеп медицина фәндәре докторы, БДМУ профессоры Виталий Викторов һайланды.

Конференцияла ҡатнашыусылар сыуаш халҡының традицияларын артабан һаҡлау, тарихты һәм туған телде өйрәнеү кәрәклеген билдәләне. Сыуаш йәмәғәтселегенең башланғыстарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелгәне, шулай уҡ Өфөләге сыуаш йәкшәмбе мәктәбен реконструкциялау мәсьәләләрен хәл итеүҙә булышлыҡ иткәне өсөн республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 100 меңдән ашыу сыуаш йәшәй. Республикала 9 меңдән артыҡ сыуаш милләтле бала белем ала. Шулай уҡ төбәктә сыуаш телендә «Урал-Сасси» республика гәзите һәм бер нисә муниципаль баҫма сыға.