Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Фаил Абдраҡов иҫтәлегенә композиторҙар конкурсы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланасаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

6 февралдә Мәләүездә Фаил Абдраҡов иҫтәлегенә һәүәҫкәр композиторҙарҙың республика конкурсы үтә. Быйыл ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арнала.

Фаил Абдраҡов (1950-2010) — һәүәҫкәр композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Уның йырҙарын республика артистары башҡара, улар халыҡ араһында ла бик популяр.

Конкурста өс йәш категорияһы буйынса һәүәҫкәр композиторҙар ҡатнаша. Ике номинация ла ҡаралған: инструменталь жанр һәм вокал жанры. Бәйгелә ҡатнашыусылар ике әҫәр тәҡдим итергә тейеш. Хәрби-патриотик темаға яҙылған әҫәрҙәргә өҫтәмә балдар ҡаралған.

Жюри составында профессиональ композиторҙар эшләй. Иң яҡшы әҫәрҙәр авторы тип танылған конкурсант Фаил Абдраҡов исемендәге Гран-приға лайыҡ буласаҡ.

Ойоштороусылары — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау филиалы, Мәләүез районы хакимиәтенең Мәҙәниәт идаралығы, Мәләүез Ҡала мәҙәниәт һарайы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть