Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәр өсөн техник реабилитация сараларын йыйыу пункты ойошторолған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы бинаһында Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡы өсөн техник реабилитация сараларын йыйыу пункты ойошторолған.

«Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары биләмәләрендәге хәрби бәрелештәр һөҙөмтәһендә урында йәшәүселәрҙең күбеһе ҡаты яраланып, инвалид булып ҡалды. Уларҙы техник реабилитация саралары — ҡултыҡ таяҡтары, кресло-коляскалар, гигиена кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итергә кәрәк», — тип хәбәр иттеләр ойошманың матбуғат хеҙмәтенән.

Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы адресы: Менделеев урамы, 23. Белешмә өсөн телефон: (347) 253-33-13.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть