5 декабрь, Дүшәмбе

23 ғинуар 2015 йыл, 14:13

«Болоттар» заманса сәнғәт үҙәгендә шағир һәм музыкант Рөстәм Вәлитовты иҫкә аласаҡтар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәгендә Рөстәм Вәлитовты иҫкә аласаҡтар. Талантлы телевидение хәбәрсеһе, шағир һәм рок-музыканттың яҡты иҫтәлегенә бағышланған кисә уның тыуған көнө айҡанлы ойошторола. 2014 йылдың сентябрь башында Рөстәм Вәлитовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Уға 44 йәш ине.

Үҙәктә уның дуҫтары, «ВК» төркөмө музыканттары, коллегалары йыйыласаҡ. Сара киске сәғәт 9-ҙа башлана.

— Беҙ уның хаҡында һөйләйәсәкбеҙ, йырҙарын башҡарасаҡбыҙ, фотоһүрәттәрен һәм видеояҙмаларын ҡараясаҡбыҙ. Осрашыуҙың билдәле бер планы йәки сценарийы юҡ. Уны белеүселәрҙең йәки уның ижады менән танышырға теләүселәрҙең барыһын да көтөп ҡалабыҙ, — тип хәбәр итте Kto1.ru клубы эксперты Артем Клименко.

Осрашыуҙа Артем Клименко Рөстәм Вәлитовтың Афғанстанда һәләк булған һалдаттарға арнап яҙған «Стуками-перестуками» («Афған») йырын башҡарасаҡ.

Рөстәм Вәлитов 20 йылға яҡын журналистика өлкәһендә эшләне. Ижад юлын тыуған ҡалаһы Бөрөлә фотохәбәрсе булып башлай, артабан «Башҡортостан» республика гәзитендә, «Вся Уфа», «Уфа1»Ю Башҡортостан юлдаш телеканалдарында хеҙмәт итә. «ВК» төркөмөндә йырланы, джаз-рок стилендә композициялар ижад итте.

темалар: хәтер