8 декабрь, Кесе йома

23 ғинуар 2015 йыл, 14:48

Ҡытай эшҡыуарҙары Башҡортостанға туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында ведомство рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов һәм республика туриндустрияһы вәкилдәренең Ҡытай Халыҡ Республикаһы эшҡыуарҙары менән осрашыуы үтте. Унда Ҡытай Халыҡ Республикаһының туриндустрия компанияһы директоры Лю Хунюань туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте көйләү, үҙ-ара туристик ағымды тәьмин итеү кәрәклеге тураһында белдерҙе, тип хәбәр ителә дәүләт комитеты сайтында.

Осрашыуҙа туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек булдырыу, Башҡортостан биләмәһендә ҡытай халыҡ медицинаһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Төбәккә инвестиция йәлеп итеү варианттары ла ҡаралды. Республика туриндустрияһы вәкилдәре Ҡытай Халыҡ Республикаһынан килгән ҡунаҡтарға туристик тармаҡты үҫтереү буйынса проекттарын тәҡдим итте. Атап әйткәндә, Бөрйән районы һәм Павловка һыуһаҡлағысы биләмәләренең потенциалы күрһәтелде, Өфө буйынса туристик маршрут проекты тәҡдим ителде.

Яҡтар ағымдағы йылдың март айында сираттағы осрашыу үткәрергә килеште.