Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Бер йылда Өфөләге «Әсәйем минең менән» приютында 10 балалы ҡатын-ҡыҙға ярҙам күрһәтелгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

2013 йылдың октябренән 2014 йылдың ноябренә тиклем «Беҙҙең балалар» хәйриә фондының «Әсәйем минең менән» приютында ауыр тормош хәлендә ҡалған 10 балалы ҡатын-ҡыҙға ярҙам күрһәтелгән. Шул арҡала 14 бала үҙ ғаиләһендә ҡалған.

«20 ғинуарҙа тағы бер әсә приюттан сыҡты, өс ай буйына уның менән Фонд хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр эшләне. Хәҙер ул үҙ аллы тормошҡа әҙер, приют иһә эшләүен дауам итә», — тип хәбәр итте проекттың координаторы Валентина Ефимовских.

«Беҙҙең балалар» фонды хеҙмәткәрҙәре теләүселәргә приюттағы ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеүҙәрен үтенә. Аҙыҡ-түлек тә килтерергә мөмкин. Адресы: Урман техникумы урамы, 53, 23-сө офис (эш ваҡытында). Шулай уҡ әсәләр өсөн эш варианттары буйынса төрлө кәңәштәр һәм тәҡдимдәр ҡабул ителә.

Ауыр тормош хәлендә ҡалған балалы әсәләр өсөн «Әсәйем минең менән» приюты 2013 йылда «Беҙҙең балалар» хәйриә фонды тарафынан асылған. Проекттың маҡсаты — йәшәргә урыны, эше, йәшәү кәрәк-яраҡтарының булмауы арҡаһында сабыйынан баш тартырға теләүсе әсәләрҙе балаларынан айырырға юл ҡуймау.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть