3 декабрь, Шәмбе

23 ғинуар 2015 йыл, 12:12

Республикала йәштәрҙең патриотик слеты ойошторола

фото: БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Башҡортостанда «Быуындар йөрәгендә — хәтер һәм ғорурлыҡ» федераль проекты сиктәрендә йәштәрҙең патриотик слеты уҙа. Был турала БР Дәүләт Йыйылышының мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә арналған саралар планын ғәмәлгә ашырыу буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.

— Беҙ «Башҡортостандың патриотик картаһы», «Геройҙар һәм ваҡиғалар», «Беҙ — ҙур команданың өлөшө», «Еңеү исемдәре» йүнәлештәре буйынса эшләйбеҙ, — тип билдәләне Эльвира Айытҡолова. — Һуңғы проект сиктәрендә һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар, уларҙың ҡәберлектәре хаҡында мәғлүмәт йыйыу буйынса эштәр ойошторабыҙ. Һуңынан ошо мәғлүмәттәр «Мемориал» тип аталған дөйөмләштерелгән базаға индереләсәк. Бынан тыш, Хәтер китабының сираттағы томын сығарыу ҡаралған. Патриотик слет Еңеүҙең юбилейына арналған саралар комплексына йомғаҡ яһау буласаҡ.

«Быуындар йөрәгендә — хәтер һәм ғорурлыҡ» проекты буйынса төп эш эҙләү сараларында әүҙем ҡатнашыусы мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарға йөкмәтелә.

Еңеү көнө алдынан республиканың бөтә белем биреү учреждениеларында Ҡаһарманлыҡ дәрестәре үтәсәк. Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм ветерандарҙы һәм тыл хеҙмәтсәндәрен социаль яҡлау тураһында ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороласаҡ.

— Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашыу бурысы тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова. — Планда ҡаралғанса, депутаттар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре менән осрашыуҙар үткәрәсәк, уҡ, ҡаһарманлыҡ һәм патриотик тәрбиә биреү дәрестәре уҙғарасаҡ.