Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан 2014 йылда торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостан 2014 йылда тапшырылған торлаҡ күләме буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй. Былтыр республикала 32,7 мең фатирлы 15,3 мең торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Яңы торлаҡ фондының дөйөм майҙаны 2 миллион 651 мең квадрат метр тәшкил итте. Был 2013 йылғы кимәлдән 6,7 процентҡа күберәк. Ошо хаҡта Башҡортостанстат хәбәр итә.

Абсолют күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында Татарстан икенсе урында килә: 2 миллион 404,2 мең квадарт метр. Өсөнсөлә — Һамар өлкәһе: 1 миллион 889,2 мең квадрат метр.

1000 кеше иҫәбенә йортто сафҡа индереү күрһәткесе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында өсөнсө урында тора. Сыуашстан менән Пенза өлкәһе — лидерҙар рәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть