9 декабрь, Йома

23 ғинуар 2015 йыл, 10:05

Республикала Әҙәбиәт йылы асыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 29 ғинуарҙа республикала Әҙәбиәт йылын рәсми асыу тантанаһы уҙа. Байрам саралары Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала иртәнге сәғәт 10-дан башлана.

Әҙәби-музыкаль форматында үтәсәк тантана «Башҡортостан» дәүләт концерт залында көндөҙгө 4-тә асыла.

Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Республика халыҡ ижады үҙәгендә тантанаға әҙерлек эштәре бара. Ижади процесҡа Милли йәштәр театры режиссеры Рөстәм Хәкимов етәкселек итә. Байрам көнөндә төрлө акциялар һәм ижади проекттарға, атап әйткәндә, «Әҙәби нағыш» республика марафонына старт биреләсәк.

Был көндө Әҙәбиәт йылын асыуға Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы барлыҡ учреждениелар ҙа ҡушыласаҡ.

Алдан планлаштырылғанса, баш ҡалала Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы 30 ғинуарҙа Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк, тип раҫланы Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Гөлшат Әҙелгилдина. Саралар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ведомствоның рәсми сайтында бирелгән.