Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда суд приставтары журналистар конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында журналистарҙың «Закондың көсө — үтәлешендә» тигән ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ижади бәйгелә еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар «Телевидение», «Радио», «Баҫма киң мәғлүмәт саралары», «Электрон киң мәғлүмәт саралары һәм мәғлүмәт агентлыҡтары», «Социаль реклама» номинацияларында билдәләнде. Наградаға төрлө киң мәғлүмәт сараларының 20 хеҙмәткәре лайыҡ булды. Улар араһында «Республика Башкортостан», «Вечерняя Уфа», «Октябрьский нефтяник» гәзиттәре, «Башинформ» агентлығы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-Башҡортостан», «Арис» (Күмертау) телеканалдары, «Юлдаш» һәм «Спутник ФМ» радиоһы журналистары бар.

Республиканың баш суд приставы Зариф Байғусҡаровтың һүҙҙәренсә, «күп осраҡта киң мәғлүмәт саралары эше арҡаһында ведомствоға йәмғиәттең иғтибарын күптән борсоған мәсьәләләргә йүнәлтергә, уларҙы бергәләп хәл итергә мөмкинлек бирә».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть