Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауҙа етешһеҙлектәр асыҡланған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостанда 274 күп фатирлы йорттар буйынса капиталь ремонт ойоштороуҙа етешһеҙлектәр асыҡланған. Был республиканың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты уҙғарған профилле программаны ғәмәлгә ашырыу барышын тикшереү һөҙөмтәһендә асыҡланған. Ошо хаҡта дәүләт комитеты етәксеһе Илдар Замалетдинов «Башинформ» агентлығының конференциялар залында журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе.

Былтыр ведомство ремонтланған 540 йорттоң 447-дә ревизия уҙғарған.

— Ҡайһылыр урында проект-смета документацияһы раҫланмаған йәки кәмселектәр исемлеге юҡ. Подряд ойошмаларын конкурс буйынса һайлап алыу тәртибен боҙоуҙар булған, — тип һөйләне Илдар Замалетдинов.

Дәүләт комитеты етәксеһе был техник күҙәтеү хеҙмәте, Төбәк операторы һәм урындағы үҙидараның эшләп еткермәүенә бәйле тип иҫәпләй.

Бөтә хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса бойороҡтар сығарылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть