6 декабрь, Шишәмбе

22 ғинуар 2015 йыл, 16:32

Башҡортостанда 1500-ҙән ашыу ветеран торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж һуғыш ветерандарының яҡынса һаны 1650 кеше тәшкил итә. Был һандар 22 ғинуарҙа Өфөлә федераль власть органдары етәкселәренең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор ҡатнашлығындағы координация кәңәшмәһендә әйтелде.

Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә республикала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың, шулай уҡ уларға тиңләштерелгәндәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән күп кенә саралар планлаштырылған. Республика буйынса баш федераль инспектор Андрей Чечеватов билдәләүенсә, Башҡортостанда 2015 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 68 мең Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй.

Республикала ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эш дауам итә. Һуңғы ике йыл эсендә генә 2337 кеше шарттарын яҡшыртҡан. 2010 йылдан алып 8849 Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларҙың тол ҡатындары торлаҡ менән тәьмин ителгән. Шуға ҡарамаҫтан, тағы 150 кеше сиратта тора.

Республика Хөкүмәте ошо мәсьәләне хәл итеүгә ҙур иғтибар бирә, тип билдәләне Андрей Чечеватов.

Бынан тыш, Башҡортостанда ветерандарҙы социаль яҡлауҙы яҡшыртыу буйынса системалы эш алып барыла. Йыл һайын ошо төркөмгә социаль ярҙам күрһәтеүгә 2 миллиард һумдан ашыу, шул иҫәптән республика бюджетынан 1800 миллиондан ашыу аҡса йүнәлтелә.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры Марат Мәһәҙиев ветерандарға социаль-көнкүреш хеҙмәтләндереүҙә ярҙам күрһәтелә тип билдәләне. Бирелгән мәғлүмәттәргә ярашлы, 2013 йылда өлкән йәштәге 53 меңдән ашыу кешегә хеҙмәт күрһәтелгән, ә 2014 йылда был һан 5,7 процентҡа артҡан.

Дөйөм алғанда, 3058 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына социаль ярҙам күрһәтелә.