3 декабрь, Шәмбе

22 ғинуар 2015 йыл, 15:35

Өфө яҙыусыһының китабы Торонто нәшриәтендә донъя күрҙе

фото: фото www.lulu.com сайтынан алынған

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Игорь Савельев/. Канаданың Altaspera Publishing & Literary Agency Inc. нәшриәтендә Өфөнөң билдәле прозаигы Артур Ҡудашевтың  «Аперация «Оппендицит» тип аталған китабы сыҡты. Китапҡа яҙыусының шул уҡ исемле повесы һәм 1996-2013 йылдарҙа яҙылған хикәйәләре индерелгән. Китап рус телендә баҫылған. Канада нәшриәте бер ни тиклем рус китаптарын нәшер итеүгә махсуслаша, сөнки проектта Рәсәйҙән күсеп килеүселәр ҡатнаша, тип һөйләне автор  «Башинформ» агентлығына. «Нәшер итеүселәр интернетта минең хикәйәләремде уҡығандан һуң килешеү төҙөргә тәҡдим итте», — тип аңлатты Артур Ҡудашев.

Китап әлеге көндә сит ил нәшриәттәрендә популяр булған «Print on demand» («Һорау буйынса баҫыу») технологияһы буйынса әҙерләнгән: заманса полиграфия бер үк ваҡытта күп тираж менән сығармаҫҡа, ә заказдар буйынса аҙ данала баҫтырырға мөмкинлек бирә. Китапты интернет-магазиндарҙа һатып алырға мөмкин.