5 декабрь, Дүшәмбе

22 ғинуар 2015 йыл, 14:59

2014 йылда «Башнефть» компанияһы нефть сығарыуҙы 10,8 процентҡа арттырған

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2014 йылда «Башнефть» 17,8 миллион тонна, шул иҫәптән Тиман-Печора һәм Көнбайыш Себер ятҡылыҡтарында 1,5 миллион тонна нефть сығарған. Башҡортостан биләмәһендә үҫеш 3,9 процент тәшкил иткән — 16 миллион тоннанан ашыу нефть сығарылған. Нефть табыуҙың дөйөм күләме 2013 йылғы кимәлдән 10,8 процентҡа артығыраҡ, тиелә «Башнефть» компанияһы мәғлүмәттәрендә.

Дүртенсе кварталда тәүлегенә уртаса 51,3 мең тонна нефть сығарылған.

2014 йылда нефть эшкәртеү заводтары 21,2 миллион тонна углеводород сеймалын эшкәрткән, был 2013 йылғы күрһәткестәрҙән 1,2 процентҡа күберәк. Тауар продукцияһын сығарыу 1,5 процентҡа — 19,9 миллион тоннаға тиклем артҡан.

Бензин етештереү күләме 2,6 процентҡа — 5 миллион тоннаға тиклем күтәрелгән. Дизель яғыулығын сығарыу 2013 йыл кимәлендә һаҡланған.

Дүртенсе кварталда «Башнефть» бензин (12,5 процентҡа) һәм дизель яғыулығын (3,5 процентҡа) етештереүҙе арттырған һәм вакуумлы газойль (25,4 процентҡа) һәм мазут (7,5 процентҡа) сығарыуҙы кәметкән. Компаниялала быны «Башнефть-Новойл» филиалының водород етештереү ҡорамалын файҙаланыуға индереү менән аңлаталар.

2014 йыл йомғаҡтары буйынса Евро-5 бензинын сығарыу 30,7 процентҡа, Евро-5 дизель яғыулығы 26,6 процентҡа артҡан.