3 декабрь, Шәмбе

22 ғинуар 2015 йыл, 13:22

Әҙәбиәт йылын асыу көнөндә Башҡортостандың Милли китапханаһы бушлай интернет тәҡдим итәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 29 ғинуарҙа иртәнге 10-да Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы үтә.  

Китапханала «Китап белем донъяһын аса» акцияһы үтә. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар өсөн айырым программалар әҙерләнә.

Был көндө тәүге тапҡыр китапханаға килеүселәргә китап уҡыусы билеты тапшырыла. Шулай уҡ интернет менән бушлай файҙаланырға мөмкин буласаҡ, тип хәбәр иттеләр китапхананың матбуғат хеҙмәтенән.

Электрон залда Башҡортостан яҙыусылары китаптары буйынса «2014 йылдың иң яҡшы китабы» республика конкурсы еңеүселәренең видеояҙмалары күрһәтеләсәк. Күсмә китапхана ла үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итәсәк. Китап уҡыусылар «Белем ағасы» социаль һорау алыуҙа ла ҡатнаша ала.

Ижади лабораторияла яҙыусы Таңсулпан Ғарипова менән аралашырға, әҙәби салонда  XIX быуат рус әҙәбиәте хаҡында һөйләшергә мөмкин буласаҡ.

Акция Рәсәй студенттары көнөнә арналған әҙәби кисә менән тамамланасаҡ.