8 декабрь, Кесе йома

22 ғинуар 2015 йыл, 12:38

Баш ҡалала «Хәүефһеҙ ҡала» комплексын ғәмәлгә ашырыу буйынса программа әҙерләнә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә бер ай буйына «Хәүефһеҙ ҡала» комплексын төҙөү һәм үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса программа проекты әҙерләнәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Андрей Чечеватовтың Өфө ҡала Советы депутаттары менән осрашыуында һүҙ барҙы. Фекер алышыуҙа ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Хох та ҡатнашты.

«Хәүефһеҙ ҡала» комплексы моделен фәнни-техник яҡтан нигеҙләү һәм әҙерләү буйынса эште ойоштороу мәсьәләләре 2014 йылда Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың шәхси күҙәтеүендә булды. Михаил Бабич йыл дауамында төбәктәрҙең иң яҡшы тәжрибәһен баһалау буйынса системалы эш алып барҙы. Округта башҡарылған эш һөҙөмтәләре 2014 йылдың декабрендә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған «Хәүефһеҙ ҡала» комплексын төҙөү һәм үҫтереү концепцияһын эшләү өсөн нигеҙ булды. Концепция йәмәғәт хәүефһеҙлеге, хоҡуҡ тәртибе өсөн яуаплы хеҙмәттәрҙең һөҙөмтәле килешеп эш итеүен тәьмин иткән берҙәм мәғлүмәт мөхитен булдырыуҙы күҙаллай.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар әлеге концепцияны ғәмәлгә ашырыу буйынса программа проектын әҙерләү кәрәклеге тураһында дөйөм фекергә килде. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор республика үҙәгендә «Хәүефһеҙ ҡала» комплексын индереү буйынса эштәр башҡарылыуға ҡарамаҫтан, властарға эшләйһе эштәр бар әле тип билдәләне.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор ҡатнашыусыларға бер ай эсендә Өфөлә «Хәүефһеҙ ҡала» комплексы концепцияһын төҙөү һәм үҫтереүҙе тормошҡа ашырыу буйынса программа проектын әҙерләргә тәҡдим итте. Фекер алышыуҙа 2015 йылдың июлендә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү барышында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыу кәрәклеге билдәләнде.