7 декабрь, Шаршамбы

22 ғинуар 2015 йыл, 11:41

Өфөлә рәссам Ян Крыжевскийҙың шәхси күргәҙмәһе асыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 29 ғинуарҙа Өфөлә, Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Ян Крыжевскийҙың «Өфө — Нью-Йорк — Өфө» тип аталған шәхси күргәҙмәһе асыла. Был уның 40 йылдан ашыу ижади эшмәкәрлеге осоронда Тыуған илендәге тәүге шәхси күргәҙмәһе.

Трансреализм алымына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған рәссам үткән быуаттың 90-сы йылдарында Америка Ҡушма Штаттарына күсеп китә. 2014 йылдың аҙағында республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың ярҙамы менән АҠШ-тан кире ҡайта.

Экспозицияла 50-гә яҡын эш — М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы йыйылмаһынан әҫәрҙәр, Вологда художество музейынан 18 рәсем, авторҙың һуңғы йылдарҙа төшөргән эштәре урын аласаҡ. Өфөләр рәссамдың тыуған ҡалаһына ҡайтҡас яҙған картиналарын да күрәсәк.

Республика Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында реконструкциянан һуң музейҙың тарихи бинаһы асылды. Ул Лаптев тигән сауҙагәрҙең йортонда урынлашҡан. Унда даими һәм ваҡытлы күргәҙмәләр эшләй. Даими экспозицияға боронғо рус сәнғәте әйберҙәре — иконалар, һауыттар һәм башҡа предметтар ҡуйылған.

Шулай уҡ XVIII — XX быуат башындағы рус сәнғәте күргәҙмәһен дә ҡарарға мөмкин. Унда Левицкий, Верещагин, Толстой, Айвазовский, Щедрин, Харламов һәм башҡа билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре урын алған. Бынан тыш, Михаил Нестеровтың киңәйтелгән экспозицияһы, Давид Бурлюктың ижады, шулай уҡ элек күргәҙмәгә ҡуйылмаған әҫәрҙәр тәҡдим ителгән.