Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Мәҙәни йомалар»ҙа башҡорттарҙың хәрби тарихы тураһында фекер алышыу буласаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

23 ғинуарҙа Өфөләге Арт-клубта «Мәҙәни йомалар» проекты сиктәрендә «18-19 быуаттарҙа башҡорттарҙың хәрби тарихы» темаһына лекция үткәрелә. Уны тарих фәндәре кандидаты, «Өфө пехота полкы» хәрби-тарихи клуб етәксеһе Рәмил Рәхимов алып барасаҡ.

«Мәҙәни йомалар» — Арт-клубтың мәғрифәтселек проекты. Бында мәҙәниәт, сәнғәт, тарих, фән темаларына әңгәмәләшеү өсөн ижади кешеләр саҡырыла.

— «Мәҙәни йома» арт-клубында яҡшы кешеләр менән төрлө темаларға аралашырға мөмкин. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынырға, рәссамдарға, ғалимдарға, дизайнерҙарға һорау бирергә теләһәгеҙ, беҙгә килегеҙ. Маҡсатыбыҙ — Өфө ҡалаһының мәҙәни мөхитен үҙгәртеүҙә ҡатнашыу, — тип аңлатты арт-клуб директоры Айгөл Рәшитова.

Арт-клуб түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан:  К.Маркс урамы, 37, 1-се корпус, 310-сы бүлмә. Тулыраҡ мәғлүмәт — сайтта.

Киске сәғәт 7-лә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть