10 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2015 йыл, 15:23

Башҡортостанда Марина Цветаеваның музейы яңы экспонаттар менән тулыланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бәләбәй районының «Өсән-Ивановка» тарихи-мәҙәни үҙәге Марина Цветаеваның әҙәби-художество музейы менән берлектә Әҙәбиәт йылына арналған яңы экспозиция асты. Күргәҙмәгә ҡуйылған экспонаттар Мәскәүҙән килтерелгән.

Марина Цветаеваның туғанының ҡыҙы Ольга Трухачева музей директоры Ольга Саттароваға экспозиция өсөн 47 предмет тапшырған. Экспонаттар араһында — шағирәнең яҙыу дәфтәре һәм 1907 йылда һатып алған кәнфит һауыты. Бөтә предметтар ҙа фондҡа бушлай бирелгән. Улар араһында Анастасия һәм Марина Цветаеваларҙың автографтары ҡуйылған китаптар ҙа бар.

Башҡортостанда шағирәнең ижадын хөрмәтләүселәр аҙ түгел. Йыл һайын Өсән-Ивановка ауылында Цветаева уҡыуҙары үткәрелә. Унда Рәсәй ҡалаларынан, күрше республикаларҙан һәм төбәктәрҙән, Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан шағирҙар, прозаиктар, рәссамдар, фольклор төркөмдәре һәм ансамблдәре, шулай уҡ шиғриәт һөйөүселәр ҡатнаша.

Марина Цветаеваның әҙәби-художество музейы 1968 йылда төҙөлгән ике ҡатлы бинаның бер бүлмәһендә урынлашҡан.