5 декабрь, Дүшәмбе

21 ғинуар 2015 йыл, 14:54

23 ғинуарҙан Роспотребнадзор Башҡортостан предприятиеларында иҫкәртеүһеҙ тикшереү башлай ала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 23 ғинуарҙан Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы пландан тыш тикшереүҙәр үткәрә ала. Был хаҡта шаршамбы Өфөлә уҙған матбуғат конференцияһында Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығы етәксеһе Евгений Степанов хәбәр итте. Тап ошо көндән яңы федераль закон ғәмәлгә инә, уның буйынса тикшереү органдары хеҙмәткәрҙәре ресторандарҙы, магазиндарҙы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларын иҫкәртеүһеҙ тикшерергә хоҡуҡлы.

— Әгәр алдараҡ бирелгән бойороҡ 23 ғинуарға йәки унан алдағы көнгә яҙылһа, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр яңы закон ғәмәлгә ингәс тә тикшереү менән килә ала, — тип хәбәр итте Евгений Степанов.

Яңы документ көсөнә ингәнгә тиклем ведомство 24 сәғәттән дә һуңламайынса тикшереү хаҡында хәбәр итергә бурыслы ине. Хәҙер ревизорҙар предприятиеларға иҫкәртмәйенсә килергә хоҡуҡлы. Быға ҡулланыусыларҙың ялыуы йәки ведомствоның теге йәки был хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында бойороҡтоң үтәү ваҡыты тамамланыуы сәбәпсе булыуы мөмкин.

— Яңы закон үҙ көсөн инеү менән эшҡыуарлыҡтың санитар ҡағиҙәләрҙә яҙылған норматив талаптарҙы үтәү буйынса яуаплылығы артасаҡ, тип уйлайым, — тине Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе.