4 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2015 йыл, 14:13

Moody's Башҡортостан рейтингын «Ва1» кимәленә тиклем кәметте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Moody's халыҡ-ара рейтинг агентлығы Рәсәйҙең 17 ҡалаһы һәм төбәктәре, шул иҫәптән Башҡортостан рейтингын кәметте. Был хаҡта РИА Новости агентлығы хәбәр итә. Рейтингтар артабан төшөрөлөү маҡсатында ҡабаттан ҡарауға ҡуйылған.

Башҡортостан рейтингы «Ваа3» кимәленән «Ва1» кимәленә тиклем кәметелгән.

Moody's агентлығы быны Рәсәй Федерацияһының кредит һәләтлелеге насарланыуы менән аңлата, шуға бәйле 16 ғинуарҙа Рәсәй облигациялары рейтингы Ваа2 кимәленән («кире») Ваа3 кимәленә ҡәҙәр («кире») төшөрөлгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың 27 июнендә Башҡортостанға «Ваа3» инвестиция категорияһы бирелде. 2014 йылдың 1 июлендә рейтинг «тотороҡло» прогноз менән раҫланды. Уҙған йылдың октябрендә прогноз «кире»гә  үҙгәртелде.