Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Германияла пианист Диас Кәримовтың концерты ҙур уңыш менән үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Веймарҙың концерт залында пианист, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Диас Кәримовтың «Geschenk» («Бүләк») тип аталған концерты уҙҙы.

Л.В.Бетховен, М.Мусоргский, Дж.Гершвин, А.Пьяццолла, Г.Крейслер, Р.Роджерс, И.Берлиндың (Диас Кәримов аранжировкаһында) әҫәрҙәре яңғыраны. Концерт ҙур уңыш менән үтте, тип хәбәр иттеләр уны ҡараусылар.

Диас Кәримов 1983 йылда Өфөлә тыуған. Ул Кәримовтарҙың музыкаль династияһының сағыу вәкиле. Уның олатаһы Таһир Кәримов менән атаһы Айрат Кәримов — билдәле башҡорт композиторҙары, симфоник, камера-инструменталь әҫәрҙәр, театр өсөн музыка һәм бик күп йырҙар авторы. Диас Кәримов Өфөләге Урта махсус музыка мәктәбен һәм Өфө сәнғәт академияһын тамамлаған. Уҡыу йылдарында «Яңы исемдәр» фонды стипендиаты, бер нисә тапҡыр республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты була. Уҡыуын тамамлағас, пианист академияла уҡытырға ҡала, үҙенең программаларын әҙерләй, симфоник оркестрҙар менән сығыш яһай.

Диас Кәримов уҡыған йылдарында уҡ джаз менән мауыға. Өфөлә Анатолий Иващенко менән Игорь Бурдуковтан дәрестәр ала. 2008 йылда Диас Германияға китә. Унда Ференц Лист исемендәге Юғары музыка мәктәбендә билдәле музыкант Леонид Чижик класында уҡый. Музыкант Ференц Лист фонды стипендиаты була, талантлы башҡарыусы булараҡ абруй яулай.

Хәҙергә көндә Диас Кәримов Европа залдарында сығыш яһай, джаз фестивалдәрендә ҡатнаша, Франкфурттың Музыка академияһында дәрестәр бирә.

Теги: концерт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть