5 декабрь, Дүшәмбе

21 ғинуар 2015 йыл, 12:35

Игорь Арсенов 2020 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостандың Арбитраж суды башлығы булып ҡаласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. Башҡортостандың Арбитраж суды рәйесе Игорь Арсенов ошо вазифала тағы алты йыл эшләйәсәк. Рәсәй Президенты Указы менән уның вәкәләттәре  2021 йылдың ғинуарына ҡәҙәр оҙайтылды.

Игорь Арсенов 1962 йылда Свердловск өлкәһенең Артемовский ҡалаһында тыуған. 2006-2008 йылдарҙа 19-сы арбитраж апелляция суды рәйесе урынбаҫары булып эшләгән. 2008 йылдың декабренән хәҙерге көнгә тиклем БР Арбитраж суды рәйесе.

темалар: арбитраж суды