5 декабрь, Дүшәмбе

21 ғинуар 2015 йыл, 10:49

Башҡортостанға «Башнефть» компанияһы акцияларының бер өлөшө тапшырылыуы мөмкин

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Декабрҙә суд тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса федераль милеккә кире ҡайтарылған «Башнефть» компанияһы акцияларының бер өлөшө Башҡортостанға тапшырылыуы мөмкин. Рәсәйҙең Энергетика министрлығы, Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм «Росимущество»  быға ҡаршы түгел. Был хаҡта киң мәғлүмәт саралары министрлыҡ сығанаҡтарына таянып хәбәр итә.

«Рәсәй Энергетика министрлығының Иҡтисади үҫеш министрлығына ебәрелгән позицияһына ярашлы, Рәсәй Энергетика министрлығы «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте акцияларының бер өлөшөн Башҡортостан Республикаһы милкенә тапшырыуға ҡаршы түгел. Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм «Росимущество» ла быға ҡаршы түгел», — тип Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкиленең һүҙҙәрен килтерә «Интерфакс» агентлығы.

Башҡортостанға «Башнефть» акцияларының бер өлөшөн тапшырыу тураһында мәсьәләне тикшереү республика етәкселеге тарафынан тәҡдим ителде.

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Башҡортостандың яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары базаһында барлыҡҡа килгән нефть компанияһы. Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгендә һәм сит илдәрҙә эшмәкәрлек алып бара. Декабрь башында «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы милкенән Рәсәй Федерацияһы милкенә күсте.