Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Хәйбулла районы энциклопедияһы өсөн материалдар йыйыу тамамлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

«Хәйбулла энциклопедияһы» өсөн материалдар йыйыу тамамлана. Баҫма өҫтөндә эш муниципалитеттың 85 йыллығына әҙерлек сиктәрендә алып барыла. Проект «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә әҙерләнә.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, редакция коллегияһы һәм эшсе төркөм алдында тулы күләмдә мәғлүмәт йыйыу бурысы тора. Район тарихында әһәмиәткә эйә булған бер генә ваҡиға ла ситтә ҡалырға, предприятиелар һәм ойошмалар, учреждениелар онотолорға тейеш түгел. Баҫмаға муниципалитет һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләрҙең исемдәрен индереү күҙаллана. Шулай уҡ башҡа төбәктәрҙә йәшәгән һәм төрлө өлкәләрҙә уңыштарға ирешкән яҡташтар тураһында бәйән итеү планлаштырыла.

Редакция коллегияһы Хәйбулла районында йәшәүселәрҙең барыһына ла райондың лайыҡлы кешеләре исемлегенә тәҡдимдәрен һәм өҫтәмәләрен индереү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Бөтә инициативалар ҙа редакция коллегияһы һәм эшсе төркөм ултырыштарында ҡараласаҡ.

Күренекле кешеләрҙең тулы исемлеге менән хакимиәттең рәсми сайтында танышырға мөмкин. Мәғлүмәтте haibenc@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Белешмә өсөн телефон: (34758) 2-19-20.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть