Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

2014 йылда «Газпром нефтехим Салауат» углеводород сеймалын эшкәртеү күләмен 11 процентҡа арттырҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

2014 йылда «Газпром нефтехим Салауат» 8 миллион 268 мең тонна углеводород сеймалын эшкәрткән, был 2013 йылғы күрһәткестәрҙән 11 процентҡа юғары, тип хәбәр ителә компанияның материалдарында.

«Газпром нефтехим Салауат» заводтарында ҡайһы бер продукцияны сығарыу арттырылған. Бишенсе экологик класлы бензин етештереү күләме өстән бер өлөшкә артҡан. «Мономер» заводы түбән баҫымлы полиэтилен етештереүҙе 27 , полистиролды —32 , этиленды 6 процентҡа күтәргән. Газ-химия заводы карбамид етештереүҙе 10 процентҡа күтәргән.

«Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Рәсәйҙә иң ҙур нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы производство комплекстарының береһе. Углеводород сеймалын эшкәртеүҙең тулы циклын ғәмәлгә ашыра. Бензин, дизель яғыулығы, кәрәсин, башҡа нефть продукттары һәм нефть химияһын етештерә. Акцияларҙың 100 проценты тиерлек «Газпром»дың эйәрсән йәмғиәте — «Газпром переработка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡарай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть