4 декабрь, Йәкшәмбе

20 ғинуар 2015 йыл, 17:13

Күп функциялы үҙәктәрҙә Бушлай юридик ярҙам көнө уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 23 ғинуарҙа Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Күп функциялы үҙәктәрҙең ете филиалында Бушлай юридик ярҙам көнө үткәрелә. Социаль акция Күп функциялы үҙәк һәм «Берҙәм хоҡуҡи ярҙам үҙәге» яуаплылығы сикләнгән ойошма менән берлектә ойошторола.

Килеүселәр юристар менән торлаҡ, милек, ғаилә, хеҙмәт һәм башҡа бәхәстәр буйынса кәңәшләшә, шулай уҡ «Росреестр»ҙың республика идаралығында килешеүҙәр төҙөү буйынса һорауҙар бирә ала.

Был көндө юристар иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул итә.

Бушлай юридик ярҙамды түбәндәге адрестар буйынса алырға була: Өфө ҡалаһы, Яңы Күпер урамы,8 һәм Интернациональ урамы,113; Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 71 һәм Хоҙайбирҙин урамы,83; Октябрьский ҡалаһы, Кортунов урамы, 15; Нефтекама ҡалаһы, Төҙөүселәр урамы, 59; Туймазы ҡалаһы, Салауат Юлаев урамы, 69а.