3 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2015 йыл, 16:33

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты республика Башлығы өсөн тәҡдимдәр ҡабул итә башланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа адресланған эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса һорауҙарын һәм тәҡдимдәрен Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының электрон почтаһына ебәрә ала: gkrbpt@mail.ru.

Республика етәксеһе менән буласаҡ осрашыуҙың форматы, ҡатнашыусылар һаны һәм яҡынса һорауҙар көн элгәре дәүләт комитеты кәңәшмәһендә тикшерелде. Унда йәмәғәт эшҡыуарлыҡ ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитовтың эшҡыуарҙар менән осрашыуы февралдең беренсе декадаһында уҙасаҡ тип күҙаллана. Республика Башлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән проблемаларҙы тикшереү теләге тураһында 16 ғинуарҙа Өфөлә уҙған сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре менән осрашыуында белдерҙе.

темалар: эшҡыуарлыҡ