9 декабрь, Йома

20 ғинуар 2015 йыл, 15:50

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы яҙғы сессияһының тәүге ултырышы 27 ғинуарҙа үтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы тәүге пленар ултырышы 27 ғинуарҙа үтә. Көн тәртибендә 35-тән ашыу һорау иҫәпләнә. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, яҙғы сессияла бөтәһе 50-гә яҡын закон проектын ҡарау күҙаллана.

— Бынан тыш, закон проекттарының көтөлмәгән варианттары булыуы ихтимал, сөнки иҡтисадтағы һәм сәйәсәттәге хәл тиҙ иғтибар итеүҙе талап итә, — тип өҫтәне парламент спикеры. — Хәлдәр йыш үҙгәреп тора, закондар дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү өсөн ҡаршылыҡ булырға тейеш түгел. Бюджетта ла үҙгәрештәр булыр, моғайын.

Киләһе ултырышта икенсе уҡыуҙа депутаттар «Географик объекттарға атама биреү йәки үҙгәртеү тураһында тәҡдимдәр хаҡында халыҡ фекерен иҫәпкә алыу, мәғлүмәт биреү һәм асыҡлау тәртибе тураһында» Закон проектын ҡараясаҡ. Новелла географик объекттарға атама биреү тураһында тәҡдимдәрҙең йөкмәткеһенә талаптар, шулай уҡ документтар исемлеген билдәләргә тәҡдим итә. Федераль ҡануниәткә ярашлы, Рәсәй субъекттарының дәүләт власы органдары географик объекттарға атамалар биреү тураһында тәҡдимдәрҙе ҡарағанда халыҡ фекерен иҫәпкә алырға, сығымдар хаҡында мәғлүмәт бирергә тейеш.

Беренсе уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» инициатива ҡараласаҡ. Төҙәтмәләр ағымдағы йылдың 1 мартынан көсөнә инәсәк федераль ер ҡануниәтендәге үҙгәрештәргә бәйле. Улар социаль торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә йүнәлтелгән. Рәсәй Федерацияһының Ер кодексына төҙәтмәләр индереүҙе Башҡортостан парламентарийҙары башланы. Үҙгәрештәргә ярашлы, муниципаль һәм дәүләт милкендә булған ер участкалары торлаҡ төҙөлөшө маҡсатында булдырылған коммерция булмаған ойошмаларға бушлай файҙаланыуға бирелеүе мөмкин.

«Мәҙәниәт тураһында», «Мәғариф тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау» республика закондарына төҙәтмәләр индереүҙе күҙ уңында тотҡан республика закондарының өс проекты ошо өлкәләрҙә хеҙмәт күрһәтеү сифатына бойондороҡһоҙ баһа үткәреүҙе ойоштороуға бәйле.

Бынан тыш, көн тәртибенә «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығы тураһында» парламент тыңлауҙарын үткәреү мәсьәләһе индерелгән.