Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Өфө — йәшәү сифаты буйынса егерме ҙур ҡала исемлегендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

2014 йылда Өфө Рәсәй ҡалаларында йәшәү сифаты рейтингында 18-се урынды биләне. Тикшеренеүҙе Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының социология департаменты тапшырҙы. Төмән рейтинг лидеры тип танылған, артабан Мәскәү һәм Ҡазан ҡалалары килә.

Рейтинг 500 меңдән ашыу кеше йәшәгән 37 ҡала мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлгән. Социологтар ҡалала йәшәүселәрҙең һаҡлау системаһы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт, мәғариф учреждениелары эше менән ҡәнәғәт булыу-булмауын, ҡаланың төҙөклөгөн, юл хужалығы торошон, халыҡтың күсеп китеүгә әҙерлеген, шулай уҡ табыш кимәлен тикшергән.

Башҡортостандың баш ҡалаһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса рейтинг бүлексәһендә 13-сө һәм торлаҡ фонды хәле һәм хеҙмәтләндереү сифаты буйынса 17-се урынды биләй.

Волгоград йәшәү сифаты буйынса һуңғы урында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть