10 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2015 йыл, 13:13

Башҡортостандың 24 мәктәбе «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» исемлегенә индерелде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың 24 мәктәбе «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» исемлегенә индерелде, тип хәбәр ителә «Киләсәк мәктәбе» Бөтә Рәсәй мәғариф форумы сайтында.

«Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» конкурсы тәүге тапҡыр 2014-2015 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса уҙғарылды. Уның маҡсаты — илебеҙҙең яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән иң яҡшы дөйөм белем биреү, шулай уҡ  өҫтәмә белем биреү учреждениеларын асыҡлау.

Лауреаттар исемлегенә ингән Башҡортостандың һәм төбәк баш ҡалаһының 24 мәктәбе араһында «Иң яҡшы гимназия» номинацияһында 122-се Башҡорт гиназияһы, М.Горький исемендәге 3-сө гимназия, 64-се гимназия (Өфө) һәм  Бәләбәйҙең 1-се гимназияһы бар.

Лицейҙар араһында  62-се лицей, «Берҙәмлек» лицейы, 68-се лицей, 58-се лицей, 155-се лицей (Өфө) һәм Нефтекаманан 1-се лицей конкурс лауреаттары булды.

«Иң яҡшы дөйөм белем биреү мәктәптәре» номинацияһына Өфөнән 128-се, 127-се, 124-се, 157-се, Советтар Союзы Геройы Мансур Абдуллин исемендәге 109-сы, 113-сө, шулай уҡ Мәләүездән 1-се, Межгорьенан 1-се, Нефтекаманан 12-се мәктәптәр лайыҡ булды.

«Иң яҡшы өҫтәмә белем биреү учреждениеһы» номинацияһына балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн техник ижад үҙәге (Нефтекама) һәм Сибайҙан Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һайлап алынды.

«Махсус (коррекция) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты» номинацияһы лауреаттары исемлегенә Нефтекаманан VIII төр мәктәбе инде.