Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты түләүле телеканалдарҙа рекламаны тыйырға тәҡдим итә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтынан Дәүләт Думаһы депутаттары Рәсәй продукцияһын күрһәтеүсе кабелле телеканалдарға рекламаны таратыуҙы рөхсәт иткән закон проектын әҙерләне. Шишәмбе, 20 ғинуарҙа, документ мәғлүмәт сәйәсәте, мәғлүмәт технологиялары һәм бәйләнеш буйынса Дәүләт Думаһы комитеты ултырышында ҡараласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 ғинуарҙа түләүле кабелле телеканалдарҙа реклама күрһәтеүҙе тыйыусы закон үҙ көсөнә инде. Шуның һөҙөмтәһендә муниципаль йәки төбәк властары яғынан финанс ярҙамы күрһәтелмәгән күп компаниялар ауыр хәлдә ҡалды.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы рәйестәше Ольга Тимофеева һүҙҙәренсә, законға төҙәтмәләр индереүҙең маҡсаты — төбәк каналдарын яҡлау.

— Дәүләт Думаһының ошо закон өсөн көрәшеүе өсөн ҡәнәғәтбеҙ, — тип билдәләне Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы ағзаһы Эльвира Айытҡолова. — Парламент ултырышында тапшырыусылар исеменән «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы директоры, Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы ағзаһы Ғәлим Яҡупов сығыш яһаясаҡ. Әммә төбәк телекомпаниялары мәнфәғәттәрен яҡлау темаһы әлеге закон нормаларына ҡарағанда күпкә киңерәк һәм тәрәнерәк. Телевидение тураһында айырым закон хаҡында мәсьәлә күптән өлгөрөп еткән.

Өфөлә төбәк телеканалдары проблемалары тәүге тапҡыр «Төбәктәге телерадиотапшырыу хеҙмәтенең проблемалары» түңәрәк өҫтәлендә күтәрелде. Уны Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының журналистарға хоҡуҡи ярҙам үҙәге ойошторҙо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть