5 декабрь, Дүшәмбе

20 ғинуар 2015 йыл, 11:53

Өфөлә — «Олимпия тәнәфестәре»

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 29 ғинуарҙа Өфөлә Рәсәйҙең Олимпия комитеты әҙерләгән «Олимпия тәнәфестәре» проекты старт ала. Көндөҙгө сәғәт 2-лә Ленин һәм Пушкин урамдары киҫелешендәге скверҙа акция уҙа, уның барышында билдәле спортсылар — олимпия чемпиондары, Рәсәйҙең олимпия комитеты вәкилдәре, рәсми вәкилдәр, шулай уҡ бөтә теләүселәр махсус эшләнгән аппараттар һәм ябай физик күнекмәләр ярҙамында проектта ҡатнашыусы туғыҙ ҡала (Ҡазан Һамар, Мәскәү, Омск, Дондағы Ростов, Томск, Новосибирск, Екатеринбург, Санкт-Петербург) халҡы менән үҙҙәренең йылыһы менән уртаҡлаша ала, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

«Олимпия тәнәфестәре» проекты 2013 йылдың ноябрендә башланды.