Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт сатира оҫтаһының әҫәрҙәре халыҡ-ара баҫмала донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Муза» халыҡ-ара әҙәби альманахының 26-сы сығарылышы донъя күрҙе.

Халыҡ-ара баҫманың яңы сығарылышында башҡорт яҙыусыһы, сатира оҫтаһы Марсель Сәлимовтың новеллалары баҫылған. Бында Кирилл Ковальджи, Мария Арбатова, Виталий Коротич, Лев Аннинский, Лидия Рыбакова һәм башҡа билдәле авторҙарҙың әҫәрҙәрен дә уҡырға мөмкин.

Марсель Сәлимов альманахтың редакциянан алынған данаһын Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға бүләк итте.

«Муза» халыҡ-ара әҙәби альманахы Мәскәүҙә 2001 йылдан алып нәшер ителә. Уның баш мөхәррире — күренекле яҙыусы, шағир, драматург һәм журналист Валерий Лебединский. Альманах биттәрендә Рәсәй һәм сит ил ҡәләм оҫталарының иң яҡшы әҫәрҙәре баҫыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть