5 декабрь, Дүшәмбе

20 ғинуар 2015 йыл, 10:13

Әҙәбиәт йылы эмблемаһының иң яҡшы проекты конкурсы еңеүсеһе билдәләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әҙәбиәт йылын рәсми асыу Башҡортостанда йәшәүселәргә ҡыҙыҡлы ижади проекттар башланыуы менән хәтерҙә  ҡаласаҡ. Тантаналы сара 30 ғинуарҙа Ҡала мәҙәниәт һарайында үтә.

Байрамда Әҙәбиәт йылының эмблемаһы һәм девизы раҫланасаҡ. Республика Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эмблеманың иң яҡшы проекты конкурсы еңеүсеһе билдәләнгән: ул рәссам, «Рампа» журналының баш мөхәррире Игорь Тонконогий. Жюри ағзалары рәссамға эскизды эшләп бөтөрөргә һәм башҡорт телендә яҙыу өҫтәргә тәҡдим итте.

Эмблеманың төп элементы — ҡаҙ ҡаурыйы. Ҡаурыйҙың өҫкө өлөшө Пегас йәки Аҡбуҙат ҡанаты рәүешендә, ҡаурый өҫтөндә ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Эмблеманың аҫҡы өлөшөндә башҡорт һәм рус телдәрендә 2015 йыл, Әҙәбиәт йылы тип яҙылған.

Конкурсҡа рәссамдарҙан, ябай кешеләрҙән, шул иҫәптән балаларҙан 114 эш килде. Улар билдәле рәссамдарҙан торған комиссия тарафынан ҡаралды. Иң яҡшы эш өсөн бүләкләү 20 мең һум тәшкил итә.

Әҙәбиәт йылын асыу көнөндә Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә театрлаштырылған тамаша буласаҡ. Тантаналы сарала  Әҙәбиәт йылына арналған «Әҙәби нағыш» республика марафоны старт аласаҡ.

Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында өфөләргә яңы китаптар тәҡдим итәсәктәр. Күргәҙмә-йәрминкә өс көн эшләйәсәк.

— Маҡсатыбыҙ —  йәмғиәттең иғтибарын әҙәбиәткә һәм уҡыуға йәлеп итеү. Шуға күрә сараның төп бурысы — ҡалала йәшәүселәрҙе, ҡунаҡтарҙы китап менән эшләүсе ойошмалар менән таныштырыу. Тәү сиратта был республика һәм ҡала нәшриәттәре, китап һатыу ойошмалары, китапханалар, — тип аңлаттылар Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығында.

Балалар китапханалары кескәй китап уҡыусылар өсөн «Бала саҡ юлдары буйлап китап менән» тип аталған мөйөш ойошторасаҡ, унда китап күргәҙмәләре һәм төрлө уйын майҙансыҡтары эшләйәсәк. Икенсе ҡаттағы фойела әҙәби геройҙар балы уҙасаҡ.

Шунда уҡ ҡаланың билдәле яҙыусыларынан автограф алыу ойоштороласаҡ. Улар үҙҙәренең әҫәрҙәрен генә тәҡдим итеп ҡалмай, шулай уҡ китап уҡыусылар менән осрашасаҡ, уларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Баш ҡала китапханалары үткәрәсәк акцияла китапханаға яҙылырға саҡырыусы флаерҙар таратыласаҡ.

темалар: әҙәбиәт йылы