8 декабрь, Кесе йома

19 ғинуар 2015 йыл, 17:36

Баш ҡалала Ленин урамын яҙғы-йәйге осорҙа йәйәүлеләр урамы итеп үҙгәртергә тәҡдим ителде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты Өфө хакимиәтенә Ленин урамын яҙғы-йәйге осорҙа йәйәүлеләр урамы итеп үҙгәртергә тәҡдим итте. Был хаҡта ведомство сайтында хәбәр ителә.

Проект инициаторҙары һүҙҙәренсә, йәйәүлеләр урыны ҡаланың визит карточкаһы булып тора. Ленин урамында Өфөнөң әһәмиәтле тарихи һәм мәҙәни объекттары, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Милли йәштәр театры, «Родина» кинотеатры, Ҡунаҡһарай урынлашҡан. Транспорт йөрөмәгән саҡта Ленин урамында артистар сығыш яһай, рәссамдар эшләй аласаҡ, төрлө конкурстар ойошторорға мөмкин буласаҡ. Бындай үҙгәртеп ҡороу иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашлы, тип иҫәпләйҙәр дәүләт комитетында. Ленин урамында магазиндар, кафе-ресторандар бар, бында сувенир продукцияһын һатырға була.

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мәсьәлә махсус комиссия тарафынан йәки асыҡ тыңлауҙар барышында ҡараласаҡ.