Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Милли симфоник оркестрында — яңы баш дирижер

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Раушан Яҡупов Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының баш дирижеры итеп тәғәйенләнде.

Ул Өфө дәүләт сәнғәт институтын баян класы буйынса һәм Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһының опера-симфоник дирижерлыҡ итеү факультетын тамамлаған.

1998 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры, бер нисә йыл Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, шул уҡ ваҡытта П.И.Чайковский исемендәге Пермь дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Хәҙерге көндә — Әстрхан дәүләт опера һәм балет театры дирижеры.

Бангкок халыҡ-ара музыка һәм бейеү фестивалендә (Таиланд), «Дягилев миҙгелдәре: Пермь-Петербург-Париж» (Пермь), «Өфөлә Шаляпин кисәләре»ндә ҡатнаша. 2014 йылдан «Мәрхәмәт» хәйриә фонды ярҙамында үткәрелгән «Балалар альбомы» проектының художество етәксеһе.

Оркестрҙың матбуғат секретары Эльмира Ишбулдина хәбәр итеүенсә, яңы дирижер менән тәүге концерт март айында буласаҡ тип күҙаллана. 23 ғинуарҙа Башҡортостандың Милли симфоник оркестры «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Германиянан саҡырылған дирижер Андреас Шульц менән сығыш яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть