6 декабрь, Шишәмбе

19 ғинуар 2015 йыл, 16:06

Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы 15 меңгә яҡын юбилей миҙалдары тапшырыласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә 15 меңгә яҡын ветеранға Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары тапшырыласаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәте кәңәшмәһендә белдерелде.

Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, миҙал тапшырыласаҡ кешеләр категорияһы Рәсәй Президенты Ҡарары менән билдәләнгән. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән тыш, награда үҙе теләп ялланыусыларға, партизандарға һәм йәшерен ойошма ағзаларына биреләсәк. Был категорияға шулай уҡ «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнеүселәр, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР ордендары менән награданыусы тыл хеҙмәтсәндәре, элекке концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡондары ла ҡарай. Бүләкләнеүселәр категорияһының тулыраҡ исемлеге менән рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 82 меңгә яҡын ветеран һәм уларға тиңләштерелгәндәр йәшәй, уларҙың алты меңгә яҡыны — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, 23 меңдән ашыуы — һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары, 51 мең тыл хеҙмәтсәндәре һәм 205 концлагерь тотҡондары.